Башҡортостанда йәшәгән 472 мең ғаиләнең һәр һигеҙенсеһе күп балалы. Ишле ғаиләләр буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктә сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын үҫтереү, Халыҡ-ара «Китап» байрамына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Оператив кәңәшмә башында уҙған аҙна дауамындағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Учалы, Башҡортостан Хөкүмәте Баймаҡта күсмә ултырыш уҙғарған. Андрей Назаров эш сәфәре буйынса ҡабул ителгән махсус күрһәтмәләр тураһында ла әйтеп үтте.
Был аҙна дауамында ла мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиғалар көтөлә. Бөгөн Өфөлә эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланып тора, «Яңы замандың көслө идеялары» конкурсына тәҡдимдәр ҡабул итеүҙең һуңғы аҙнаһы бара, ә 30 майҙа халыҡ-ара «Китап» байрамы көтөлә. Быйыл Рәсәй төбәктәренән дә, сит илдәрҙән дә ҡатнашырға теләүселәр күберәк, өсөнсө тапҡыр ойошторолған сара китап һөйөүселәрҙең көтөп алған байрамына әүерелде.
Оператив кәңәшмәләге төп темаларҙың береһе- сауҙа һәм хеҙмәтләндереү сифатын үҫтереү. Һуңғы 4 йыл эсендә ваҡлап һатыу күрһәткесе 1 триллион ярым һумдан артып китә. Был күрһәткес буйынса илдә һигеҙенсе урында киләбеҙ. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры ҡулланыусылар хаҡтары индексының динамикаһын да аңлатып үтте.
Социаль өлкәгә килгәндә, һөйләшеү ишле бала тәрбиәләүселәргә ҡағыла. Башҡортостанда 59 мең өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә иҫәпләнә. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, «Ғаилә» милли проекты буйынса 5 федераль проект ғәмәлгә ашырыла. Республикала күп балалы ғаиләләргә 40 төр ярҙам сараһы ҡаралған.
Оператив кәңәшмәлә йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү, ябыҡ циклдағы иҡтисадҡа күсеү буйынса юл картаһын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре лә ҡаралды.
Рәмзиә Кәримова