Әлеге ваҡытта урындағы Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм спецназ ветерандары союзы алғы һыҙыҡтағыларға ике машина - Нива менән Уаз әҙерләй. Техниканы ремонтлағандан һуң, ул республиканан оҙатыласаҡ гуманитар ылау составында ил һағында торған яҡташтарыбыҙға еткереләсәк. Ирекмән-десантсылар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында водитель булып эшләүсе Илдус Хәйруллин эштән буш ваҡытында - ирекмән. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән иптәштәре менән ул машина ремонтлай. Әлеге ваҡытта бар көс Нива машинаһын тергеҙеүгә йүнәлтелгән.
Изге эшкә төрлө хәрби формированиелар ветерандары һәм Шишмә районы халҡы ҡушыла. Дөйөм тырышлыҡ менән автомобилдәр һатып алына, диагностика үткәреп, ентекле ремонтлана. Техника фронтҡа гуманитар ылау составында еткерелә. Бер нисә тапҡыр ирекмән-десантсылар шәхсән хәрби бәрелештәр биләмәһенә барып ҡайта. Беҙ махсус хәрби операцияла булған яугирҙар менән бәйләнештә, шуға күрә уларға нимә һәм ни тиклем ашығыс кәрәклеген белеп торабыҙ, ти ветерандар союзы рәйесе.
Киләһе гуманитар ылау составында ебәреләсәк автомобилдәрҙең береһе - Уаз машинаһы. Ул Яңы йыл алдынан уҡ килтерелә, ремонт үткән техника ниһайәт әҙер. Һауа торошона ла, юлһыҙ урындарға ла бирешеп бармаусан машина алғы һыҙыҡта яралыларҙы эвакуациялаясаҡ.
Ныҡлы тыл - еңеүҙең яртыһы. Күптән түгел БПЛА асыҡлаусы биш Булат ҡоролмаһы оҙатылған. Ул һөжүмде асыҡларға һәм ашығыс эвакуация сараларын күрергә ярҙам итә. Шишмә районында ремонтланған техника июнь башында ил тынысылығы өсөн көрәшеүселәргә еткереләсәк. Ләкин бының менән генә гуманитар миссия туҡтатылмай, эште еңеүгә тиклем дауам итәсәкбеҙ, ти десантсылар. Ирекмәндәргә һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ. +7 (906) 101 02 22 Антон Геннадиевич Минаев («Альфа-банк») телефон һандары буйынса иғәнә ебәрергә була.
Әлфинә Килдейәрова