Өфөлә йәшәүсе Даниэль Мансуров ике килограммға яҡын йыйылған тәңкәне һәйкәл төҙөү өсөн тапшырған

Быйыл көҙ Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап «Рәхмәтле быуындың тере хәтере» һәйкәле асыласаҡ. Өс мөйөшлө һалдат хаты һәм ағас формаһындағы мемориал тотош илдән йыйылған тимер аҡсаларҙы иретеп ҡойоласаҡ. Башҡорт иҡтисад-юридик колледжы студенты Даниэль Мансуров акцияға ҡушылып, 200-гә яҡын совет аҡсаһын тапшырған.Даниэль Мансуров, «Халыҡ фронты» активисы, Башҡорт иҡтисад-юридик колледжы студенты.

Ата-әсәйем 250-нән ашыу совет аҡсаларын һаҡлағанын белә инем. Һәйкәл төҙөләсәге тураһында әйткәс, улар ҡаршы килмәне, миңә тәңкәләрҙе тапшырыға рөхсәт иттеләр.

Даниэль Мансуров, «Халыҡ фронты» активисы, Башҡорт иҡтисад-юридик колледжы студенты

Тәңкәләрҙән һәйкәл ҡойоуҙың идея авторы Белоруссияла йәшәгән билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм паралимпия уйындары ҡатнашыусыһы Алексей Талай. Быға тиклем скульптура Минск һәм Брест ҡалаларында асылған. Мәскәүҙә ул Еңеү паркына ҡуйыласаҡ. Әле ойоштороусылар тотош илдән биш миллионға яҡын тәңкә йыйған.

Хөрмәтле республика халҡы, әгәр һеҙҙә совет осоро йәки әйләнештән сыҡҡан тәңкәләр һәм гильзалар булһа беҙгә алып килә алаһығыҙ. Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Киров урамы 1-се йорт, 138-се кабинет. Беҙ уларҙы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына асыласаҡ һәйкәлде ҡойоу өсөн Минск ҡалаһына ебәрәбеҙ.

Рөстәм Сәләхетдинов, «Халыҡ фронты» йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан буйынса координаторы