Дәүләт Йыйылышы хәләл продукцияның хоҡуҡи механизмдарын тикшерҙе

Башҡортостанда хәләл продукция етештереүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре һәм уларҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың граждандар институты үҫеше, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты бөгөн ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

Хәләл индустрияһы тураһында һүҙ барғанда тәү сиратта аҙыҡ-түлек етештереү күҙ алдына баҫа. Әммә был ҡараш ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Хәләл стандарттар медицина өлкәһендә лә, туризмда ла, еңел сәнәғәттә лә, финанс тармаҡта ла бар. Дөйөмләштереп әйткәндә, хәләл - исламда рөхсәт ителгән барлыҡ әйберҙәр һәм эштәр. Комитет ултырышында иһә һүҙ ошо хәләл индустрияһының төп талаптары, ҡануни нигеҙҙәр тураһында барҙы.

Комитет ултырышында хәләл стандарты буйынса эшләгән етештереүселәр, дин белгестәре, ғалимдар ҡатнашты. Улар хәләл продукция етештереүҙе киңәйтеү, таратыу тураһында фекер алышты. Сөнки хәләл тауарҙар тәү сиратта экологик яҡтан таҙа, сифатлы тигәнде аңлата. Әммә был марка хаҡ өҫтәүгә сәбәп булырға тейеш түгел. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, хәләл индустрияһында ла кадрҙарға ҡытлыҡ бар.