Ветерандар хәстәрлек үҙәгендә: Учалынан Вадим Емельяновҡа комплекслы ярҙам күрһәтелде

Ярҙам яҡында ғына. Учалынан хәрби бәрелештәр ветераны Вадим Емельянов «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт иткәндән һуң, инвалид коляскаһы менән тәьмин ителде. Элеккеһе эшлектән сыҡҡан булған, Рәсәй социаль фонды комиссияһы тарафынан реабилитация сараһын яңыртырға ҡарар ителә. Быға тиклем яҡташыбыҙ ҡул менән идара ителгән автомобиль дә алған, транспорт сараһы йәшәү сифатын күпкә яҡшыртҡан. Шулай уҡ ветерандың торлағы ла махсус йыһазландырылған. Вадим билдәләүенсә, барлыҡ борсоған һорауҙары ваҡытында, оператив рәүештә хәл ителгән.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә Президиум ағзалары ла Учалы ҡалаһында эш сәфәре менән булды. Депутаттар махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының урындағы бүлексәһе эшмәкәрлеге менән танышты. Билдәле булыуынса, 2022 йылдан алып райондың ете ирекмәндәр хәрәкәте ярҙамында алғы һыҙыҡтағыларға, дөйөм алғанда, 60 миллион һумлыҡ гуманитар ярҙам күрһәтелгән, 2 меңгә яҡын маскировка селтәре үрелгән, дронға ҡаршы япмалар һаны ла 300-ҙән ашҡан. Халыҡ һайланыусылары Учалылағы Барлыҡ быуындар геройҙары Хәтер скверында Дан стелаһына сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Республика етәкселеге исеменән һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә орден-миҙалдар тапшырылды.