Баймаҡта китапханасылар һөнәри байрамын билдәләне

27 май Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үҙ эшенең оҫталары тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ районында китапханалар селтәре уңышлы эшләй. Үҙ һөнәренең оҫталарын туплаған өлкә йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Заман технологиялары киң үҫешкән мәлдә китапханаларҙың абруйын күтәреү, китап уҡыусыларҙы әүҙем йәлеп итеү өсөн ҙур көс һалырға ла тура килә.

Китапханасылар даими рәүештә төрлө мәҙәни саралар,конкурстар, яҙыусылар, журналистар менән осрашыуҙар уҙғара, түңәрәктәр ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева бынан 20 йыл элек ошо өлкәлә эш башлай. Һәм бөгөнгө көнгә тиклем һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Уның фиҙәҡәр хеҙмәте быйыл юғары баһаланды: райондың «Иң яҡшы китапханаһы» күсмә вымпелы тапшырылды.

Кешеләрҙе рухи яҡтан байытып тороусы, донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ арыныу урыны ул китапхана. Ҡайһы берәүҙәр хәҙер заман менән бергә атлаһалар ҙа бында әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, хатта күңел йылыһын таба.

Раушания Рәхимова