Конкурс сиктәрендә республика буйынса һайлап алынған 15 иң көслө команда араһында еңеүсе билдәләнәсәк. Балалар араһында медиа-тармаҡ белгестәрен әҙерләү өсөн ойошторолған проектта ике мең кешенән 120 кеше бәйгенең финалына сыҡты. Еңеүсе команда Башҡортостан данын августа Мәскәүҙә проекттың бөтә Рәсәй этабы финалында яҡлаясаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Буласаҡ журналистар, режиссерҙар, оператор-продюсерҙар бер майҙанда. «Медиа-ынтылыш» йәштәр проектының финалистары видеоконтент әҙерләп, заманса медиа өлкәһендә һәләттәрен күрһәтә. Тәжрибәле жюри ағзаларына бәйгенең финал этабына сыҡҡан 15 команда араһында еңеүсене билдәләү маҡсаты тора.
«Медиа-ынтылыш» проектында республика буйынса ике меңдән ашыу малай-ҡыҙ ҡатнашҡан, әммә бәйгенең финалына иң һәләтле 120 уҡыусы һайланған. Быйыл йәштәр ижадының төп өлөшө Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.
Еңеүсе команда Башҡортостан данын августа Мәскәүҙә проекттың бөтә Рәсәй этабы финалында яҡлаясаҡ. «Медиа-ынтылыш»та еңеү яулаусыларға бүләккә аҡсалата приздар һәм техника ҡаралған. Иң мөһиме бәйгелә ҡатнашыусылар ижади һөнәрҙәрҙе үҙләштереп белем туплай, яңы дуҫтар таба һәм буш ваҡытын күңелле һәм файҙалы үткәрә.
Флорида Ким