Башҡортостанда күп балалы әсәйҙәр бүләкләнәсәк

Радий Хәбиров 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә "Әсәлек даны" миҙалын тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. "Әсәлек даны" миҙалы 1998 йылдан бирелә. Республикала был наградаға 9 меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында- беренсе,  Рәсәйҙә 7-се урынды биләй.