Быйыл йәй республикала 366 пляж асыла

Өфөлә 11 ҡомлоҡ эшләйәсәк. Премьер-министр Андрей Назаров һыу инеү миҙгеленә әҙерлек барышы менән танышты. –Республикала һыу ҡорбандары кәмей. Халыҡ именлеге өсөн махсус йыһазландырылған майҙан һандарын арттырыу кәрәк, сөнки фажиғәле осраҡтар күбеһенсә рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлә, тине Андрей Назаров. Башҡортостанда йыл башынан һыуҙа 20-нән ашыу кеше һәләк булды.