Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең республика филиалынан хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр Тәтешле районында зарарланған биләмәләрҙе химик эшкәртеүгә төшкән. Быйыл Яңауыл, Балтас, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Дыуан райондарында яҡынса 64 гектар майҙанда балтырған үҫеүе асыҡланған. Сосновский балтырғанының һуты хәүефле һәм ағыулы, тәнде яндыра.