Ағиҙелгә 21 мең уҡбалыҡ ебәрелде

Бөрө районына балыҡтар Мәскәү өлкәһенән килтерелгән. Уларҙы үрсетеү менән һыу биоресурстарын тергеҙеү өлкәһендә эшләгән ойошма шөғөлләнә. Тәбиғи шарттарҙа селбәрәгә нығынып китеү ауыр, шуға яһалма шарттарҙа үрсетелеп, артабан йылғаға сығарыу - һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙы тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала. Йыл һайын Ағиҙел йылғаһына 200 меңләп йәш балыҡ ебәрелә. Балыҡ үрсетеү башҡа йылғалар  һәм һыу ятҡылыҡтарында ла башҡарыла.