Саң һурҙырғыстар һәм телефондарҙан алып хирургия роботтарына, спутниктарға һәм ракеталарға тиклем. Баҡыр һәр ерҙә лә киң ҡулланыла һәм иң кәрәкле металдарҙың береһе һанала. Кешелек донъяһы баҡырҙы 10 000 йылдан ашыу ҡуллана. Яҡынса 6000 йыл элек уны мәғдәндән иретергә өйрәнгәндәр. Бөгөн был технологиялар камиллаштырылған. Баҡыр етештереүсе предприятиелар йомоҡ циклдар ҡуллана, был тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно кәметеү мөмкинлеге бирә. Башҡортостанда ла, ҙур күләмдә булмаһа ла, был ҡиммәтле металл запастары бар. Әбйәлил районында Салауат ер аҫты участкаһын геологик разведкалау анығыраҡ мәғлүмәттәр бирә алыр ине. Әммә урындағы экоактивистар был башланғысҡа ҡаршы сыға. Улар әйтеүенсә, тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү тирә-йүнгә кире йоғонто яһай, йылға һәм күлдәрҙең ҡороуына килтерә, ә предприятиенан сыҡҡан саң һәм башҡа ташландыҡтар һауаны бысрата. Халыҡтың хәүефләнеүе аңлашыла. Беҙ заманса тау-байыҡтырыу комбинаттарының нисек эшләүен һәм ни тиклем хәүефһеҙ булыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрер өсөн күрше Силәбе өлкәһенә юлландыҡ, унда бер нисә ошондай предприятие эшләй.
Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең баҡыр сығарыу өлкәһендәге иң ҙур, заманса һәм юғары технологиялы предприятиеларҙың береһе. Комбинат етештергән сеймал артабан эшкәртеү өсөн Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең төҫлө металлургия предприятиеларына оҙатыла. Заманса ҡорамалдар, автоматлаштырыу һәм донъялағы иң алдынғы технологиялар баҡыр миҡдары 0,3 проценттан түбән булған мәғдәнде лә һөҙөмтәле эшкәртеү мөмкинлеге бирә.
Томинск ятҡылығынан килтерелгән мәғдән ваҡлау бункерҙарына бушатыла. Уларҙың һәр береһенең һыйҙырышлылығы 360 тоннаға етә. Бында ҡая -тау массаһы ваҡ киҫәктәргә онтала.
Онталғандан һуң бөтә руда байыҡтырыу фабрикаһына эләгә. Бында ҡорос шарҙар тирмәне ярҙамында уны тағы ла нығыраҡ ваҡлайҙар. Өс этапта эшкәртелеп таштар ҡомға әйләнә. Артабан флотация цехында баҡыр һауа ҡыуыҡтары ярҙамында шыйыҡса өҫтөнә ҡалҡып сыға. Әҙер сеймалда баҡыр миҡдары 25 процентҡа етә. Бөтә процесс автоматлаштырылған һәм зарарлы ҡалдыҡтарһыҙ.
Комбинатта һауа, тупраҡ, хайуандар донъяһын, ҡоштарҙы, ер өҫтө һәм ер аҫты һыу ресурстарын һаҡлау йәһәтенән иң яҡшы технологиялар индерелгән. Туҙан барлыҡҡа килеүен кәметеү һәм уны кире әйләнешенә ҡайтарыу өсөн фабриканың бөтә төп участкаларында елләтеү ҡорамалдары ҡуйылған. Карьерҙа иһә туҙан һыу ярҙамында баҫыла. Производство ябыҡ система менән йыһазландырылған һәм таҙартыу циклынан һуң технологик һыуҙы күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин.
Производстволағы экология контроле ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙарын, атмосфераны һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын, тупраҡ ҡатламын да күҙәтеүҙә тота.
Етәкселек тә халыҡтың бәлки төҙөләсәк тау -байыҡтырыу комбинатына ҡарата борсолоуын аңлап ҡабул итә.
Комбинат ҡалдыҡтар һаҡлағысһыҙ эшләгән берҙән-бер предприятие. Ваҡланған руда ҡалдыҡтары һыу менән ҡушыла һәм һаҡлау материалы етештереү цехына оҙатыла, унда уны ҡуйырталар, ә һуңынан торбалар аша Коркин күмер киҫелешенә ебәрәләр. Ошо рәүешле предприятие Силәбе өлкәһенең иң киҫкен экологик проблемаларының береһе - Коркин күмер киҫелешендәге ҡалдыҡтар бөтөрөүҙе хәл итә.
Коркино халҡы ла еңел һулай. Ҡалала экологик хәл генә түгел, инфраструктура ла яҡшыра. Яңы социаль һәм спорт объекттары барлыҡҡа килә. 2016 йылдан комбинат Силәбе өлкәһендәге хәйриә проекттарына 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлкән. Был аҡсаға Сосновский районының Томинск ҡасабаһында ҡала мөхитен үҫтереү һәм төҙөкләндереү проекттары үтәлә, йәкшәмбе мәктәбе , 2 ғибәҙәтхана төҙөлә. Коркинола Физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелә, ике балалар баҡсаһы капиталь ремонтлана, Березка саңғы базаһы реконструкциялана, унда спорттың күп төрҙәре менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнергә мөмкин.
Михеевка тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлгәндән һуң Силәбе ҡалаһынан 250 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Варна ауылында ла тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Былтыр район бюджеты килеменең яртыһынан күбеһе предприятие һалымдары иҫәбенә тәьмин ителгән. Ә һуңғы 10 йылда тау-байыҡтырыу комбинаты Варна районында төрлө социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Экологияны белгестәр генә түгел, урындағы уҡыусылар ҙа күҙәтә.
Башҡортостандың көнъяҡ райондарындағы кеүек, Варна районында ла йылҡысылыҡ әүҙем үҫешә. Хатта өлкә һәм Рәсәй кимәлендә ярыштар уҙғарылған үҙенең ипподромы ла бар. Аграрийҙар әйтеүенсә, экология менән проблемалар булған хәлдә , был ауыл хужалығы тармағы үҫешә алмаҫ ине.
Предприятиела һыуҙы экономиялау ғына түгел, ә бер тапҡыр алынған күләм ғүмерлеккә әйләнештә ҡала. Ябыҡ система барлыҡ хужалыҡ, көнкүреш һәм йыуынты һыуҙарҙы таҙартҡандан һуң яңынан ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Был алым башҡа һыу ятҡылыҡтарының бысраныуына һәм кибеүенә юл ҡуймай.
Ҡасандыр илдең иң бысраҡ ҡалаларының береһе һаналған Ҡарабашта үткән быуаттан алып тупланған экологик зыянды рекультивациялау буйынса Рәсәйҙәге иң ҙур шәхси проект тормошҡа ашырыла. Тәү сиратта Ҡарабаш баҡыр иретеү комбинатының ҡалдыҡ һаҡлау урыны тәртипкә килтерелгән.
Яңынан тергеҙелгән завод техник базаны яңыртып ҡына ҡалмай, күп йыллыҡ экологик проблеманы хәл итә, шулай уҡ ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятие статусын тергеҙә. Халыҡ башҡа ҡалаларҙан ҡайта башлай. Улар араһында Ҡарабашта тыуған Анастасия Коренева ла бар. Хәҙер ул яңы төҙөләгән физкультура-Һауыҡтырыу комплексында эшләй.
Эш урындары, ремонтланған балалар баҡсалары, яңы парктар, спорт секциялары, кинотеатр менән заманса сауҙа комплексы. Предприятие ҡаланың иң кешеләре һәм производство уңғандары өсөн яңы торлаҡ комплексында фатирҙар ҙа бирә. Быларҙың барыһы ла урындағы халыҡтың уңайлылығы өсөн. Әгәр Салауат ҡаҙылма байлыҡтары участкаһында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү мәсьәләһе хәл ителһә, компания Башҡортостандың көнъяҡ райондары халҡының фекеренә ҡолаҡ һалып, Әбйәлил районында ла етди экологик нормаларҙы һаҡлап эш алып барырға әҙер.