Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса 159 объект һайлап алынасаҡ

Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса төҙөкләндерергә тәҡдим ителгән 241 объекттың 159-ы һайлап алынасаҡ.

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Әле төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн тауыш биреү бара. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, беҙҙең республика был тауыш биреүҙә һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша һәм халыҡ фекерен иҫәпкә алыу тораҡ пункттарҙағы йәмәғәт биләмәләренең буласаҡ йөҙөн билдәләүҙә мөһим урын алып тора. Әлег ваҡытта ремонт эштәре башланған Өфөнөң Ленин паркы ла ошондай тауыш биреү юлы менә һайлап алынғайны. Проектты былтыр Бөтә Рәсәй тауыш биреү барышында күпселек өфөләр яҡлап сыҡты. Унда эш барышы тураһында хәбәр итеп торасаҡмын, тип яҙған Радий Фәрит улы.