Июнь аҙағына тиклем Өфөнөң Ленин паркында ағас үҫентеләре тәртипкә килтереләсәк

Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү барышы менән йәмәғәт контроле, Башҡортостан йәмәғәт палатаһының ваҡытлыса эшсе төркөмө ағзалары танышты. Ҡаланың тарихи паркында шыршы, япраҡлы ағастарҙы тәрбиәләү эштәре башланды. «Альбит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры Андрей Шадров белдереүенсә, эш ай буйына дауам итә. Ағас сатырын таҙартҡанда үҫентеләрҙең санитар торошо яҡшыра, шулай уҡ хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында ҡоро, зыян күргән һәм артыҡ ботаҡтар һирәкләтелә Сара паркта ял итеүселәргә хәүефһеҙлек, күләгә, шул уҡ ваҡыта яҡтылыҡ тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Күреүегеҙсә, ылыҫлы ағастың олонон таҙартып күрһәттек. Заказсы беҙҙең эште яҡшы баһаланы. Артабан уны тулы ҡеүәткә дауам итәсәкбеҙ.

Сергей Минеев, «Альбит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры

Паркты йөрөп сыҡҡандан һуң табылған 4 ҡоро ағас ҡырҡыласаҡ. «Башҡорт сакуралары»ның торошо яҡшы, шуға күрә улар ҡырҡылмай. Мортаза Рәхимов һәйкәле янына ултыртылған йүкәләрҙең формаһы бер аҙ үҙгәртеләсәк. Белгестәр билдәләүенсә, төп бурыс - ҡоро ботаҡтарҙан арыныу һәм мөмкин булғанса олондарға үҫеү өсөн дөрөҫ йүнәлеш биреү Ремонттан һуң ял итеүселәр үҙҙәрен ҡырағай урманда түгел, ә заманса паркта кеүек тойорға тейеш. Эште был өлкәлә тәжрибәһе һәм кәрәкле ҡорамалдары булған махсуслаштырылған ойошма башҡарасаҡ. Ә паркта ауырыу йәки ҡороған ағастарҙы санитар ҡырҡыу-көнүҙәк.

Парктағы ағастарҙы ауырыу, ҡороған сатырҙарҙан таҙартыу ул ағасты торошон эстетик йәһәттән тәртипкә килтереү ысулы. Беҙгә ҡоро ботаҡтары алынған шыршы ныҡ оҡшаны, эш һөҙөмтәләре яҡшы. Йәмәғәтселәр йүкәләрҙе таҙартыуҙы көҙгә күсерергә тәҡдим итте. Сөнки тиҙҙән улар сәскәгә күмеләсәк, был ваҡытта олондарҙы таҙартырға ярамай.

Айгөл Ғәбитова, Башҡортостандың Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы, Башҡорт дәүләт аграр университетының урмансылыҡ һәм ландшафт дизайны кафедраһы доценты