Теүәл 107 йыл элек РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы сик буйы һағы тураһында декрет ҡабул итә. Йәшел фуражкалылар бөгөн дә сафта, хәрби хеҙмәт юлын үткән замандаштарыбыҙ баш ҡаланың Еңеү паркында йыйылып, тантаналы митингта ҡатнашты. Байрам саралары төбәктең һәр район-ҡалаһында уҙғарылды. Әйтәйек, Өфө районы Волков ауылында сик буйы һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылһа, Бөрйән районында яңы музей асылды. Ватанға тоғролоҡ күрһәткән ветерандар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Республиканан 350 меңдән ашыу кеше төрлө йылдарҙа ил сиген һаҡлаған. Бөгөн дә яҡташтарыбыҙ араһында ил мәнфәғәтен яҡлап, Ватан һағына баҫыусылар күп. Элиталы ғәскәр геройҙарына арналған митинг һәр йылдағыса Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби бәрелештәрҙә һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Шулай уҡ сара ҡунаҡтары Мәңгелек утҡа сәскә һалды.
Еңеү паркы биләмәһендә Ил сиге һаҡсыларын мәңгеләштергән һәйкәл дә бар. Бөгөн дүрт метр бейеклектәге скульптура эргәһенән ветерандар өҙөлмәне. Йәше лә, олоһо ла Ватан батырҙарына хөрмәт күрһәтте. 2018 йылдың майында асылған һәйкәлдә яугир һәм уның тоғро дуҫы - эт сағылдырылған.
Өфө районы Волков ауылында ла яңы архитектура объекты барлыҡҡа килде. Тантанаға ил сиге һаҡсылары, ветерандар саҡырылғайны. Баш ҡаланан Рәфис Шәйхелисламов та почетлы ҡунаҡтар исемлегендә. Яҡташыбыҙ тәүҙә Алыҫ Көнсығышта, унан һуң Афғанда хәрби хеҙмәт юлы үткән, бөгөн үҫеп килгән быуынға батырлыҡ дәрестәре бирә.
Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында ла байрам саралары уҙғарылды. Урындағы халыҡ көсө менән биләмәлә ил һағы ғәскәрҙәренә арналған музей асылды. Унда хәрби хеҙмәткә арналған төрлө экспонаттарҙан тыш, Афған һуғышы ветераны Ильяс Мөхәмәтйәнов һәм махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яугир райондаштарға арналған мөйөш булдырылған. Шәхси әйберҙәр, фото, документтар һәм башҡа материалдар туплауҙа тотош ауыл халҡы ярҙам иткән.
Артабан байрам Мәһәҙей ауылында дауам итте. Унда пограничниктар ғәскәрҙәре сафында Мәһәҙей ауылынан тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәт юлы үтеүсе Бәхтинур Сәйәхов иҫтәлегенә спорт майҙансығы сафҡа инде. Урындағы ветерандар ойошмаһы көсө менән төрлө йылдарҙа элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт иткән яугирҙарҙың исемен мәңгелләштереү эше дауам итәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина