Бөгөн Рәсәйҙә Ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнә. Ҡасандыр илебеҙ сиктәрен һаҡлаған ир-аттарҙың күбеһе әле лә тыуған Ватанына хеҙмәт итеүен дауам итә, әммә хәҙер махсус хәрби операцияла. Йәшел фуражка кейгән, эт менән йәнәш торған сик буйы һаҡсылары менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
«Дэн» ҡушаматлы яугир пограничниктар көнөн өйҙә түгел, ә махсус махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаршылай. Алғы һыҙыҡта ла ул илдең абруйлы ғәскәрендә хеҙмәт итеүен онотмай. Байрам уңайынан ил сиге һаҡсыһы өйөнән посылка алған. Ҡатыны бүләккә йәшел тельняшкалар ебәргән.
«Дэн» ҡушаматлы яугир менән бергә «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкында тиҫтәләләсә пограничник хеҙмәт итә. Улар ҙа заставалағы казармаларҙы блиндаждарға алмаштырған. Ҡасандыр сик буйында туплаған тәжрибәһен яугирҙар хәҙер нацицтарҙы тар-мар итеүҙә уңышлы ҡуллана.
Бөгөн байрам булһа ла, яугирҙар кәйеф-сафа ҡороусылар рәтенән түгел. Сөнки Рәсәйҙең киләсәгенә хәүеф янағанда улар хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Юҡҡа ғына пограничниктарҙы илдең ҡалҡаны тип атамайҙар.
Илдар Байбулатов