Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындары өсөн ойошторолған клуб «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте» ойошмаһы менән берлектә булдырыла. Проект былтыр Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғайны.
Бер йыл эсендә «Ғаилә ҡунаҡханаһы» республиканың һәр муниципалитетында 800-ҙән ашыу осрашыу, 40-ҡа яҡын оҫталыҡ-дәрестәре, тренингртар ойоштора. Унда махсус хәрби операция яугирҙары, ҡаһармандарса һәләк булыусыларҙың ғаилә ағзалары саҡырыла. Уларға психологик, юридик ярҙам күрһәтелә, республиканың ижтимағи-йәмәғәт тормошона йәлеп итеү өсөн саралары күрелә. Проектта ҡатаншыусылар өсөн концерт, театр һәм музейҙарға экскурсиялар ойошторола.
«Ғаилә ҡунаҡханаһы» проектының бер йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһау сараһында иң әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Махсус хәрби операция үткәрелгән осорҙа ҡатын-ҡыҙ роле айырым әһәмиәткә эйә. Гүзәл заттар - ныҡлы тылға әйләнеп, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, тиелде. Сара концерт номерҙары менән оҙатылып барылды. Ҡунаҡтар алдында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең «Бәндәбикә» ансамбле лә сығыш яһаны.