Башҡортостанда урта белем биреү учреждениеларының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары осрашыуы үтте

«Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында уҙған сарала республика колледждарынан йыйылған йөҙгә яҡын белгес ҡатнашты. Осрашыуҙа йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү әһәмиәтең, педагогтар алдына ҡуйылған мөһим маҡсаттар тураһында һүҙ барҙы. Тулырак мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Заман технологиялары ни тиклем үҫешһә лә эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж юғалмай. Төбәктә урта һөнәри белем биреү учреждениеларына уҡырға инеүселәр һәр ваҡыттағыса күп . Башҡортостан урта һөнәри белем биреү системаһы буйынса Волга буйы федераль округында иң юғары баҫҡыста - ул 92 колледж һәм 41 филиалдан тора. «Патриот» хәрби -илһөйәрлек паркында колледж етәкселәренең урынбаҫарҙары йәштәр тәрбиәһе йүнәлешендәге көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышты.

Башҡортостанда колледждарҙы тәртипкә килтереү йүнәлешендә етди эш алып барыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2022 йылдан урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһы ғәмәлгә ашырыла. Былтыр Башҡортостанда 15 колледжда 331 миллион һумға капиталь ремонт эшләнгән һәм ул артабан да дауам итә.

Төбәктә 92 колледжда 120 мең студент белем ала. Республикала буласаҡ белгестәргә бөтә тармаҡтарҙа ла үҫеш өсөн шарттар тыуҙырылған. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, медицина, төҙөлөш, һанлы технологиялар һәм башҡа йүнәлештәрҙә лайыҡлы хеҙмәт хаҡына эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар.

Флорида Ким