1 июндә Өфөлә “Мең велосипедсы” көнө үтә

Велопарад көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана. Ленин исемендәге майҙанда старт бирелә. Спортсылар Телеүҙәк яғына ҡарай хәрәкәт итә. Ойоштороусылар белдереүенсә, сарала 30 мең самаһы кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Баш ҡала хакимитенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндө урамдарҙа машиналар йөрөшө сикләнә. 31 майҙа киске сәғәт 6-ла Зәки Вәлиди урамы, 1 июндә иртәнге сәғәт 6-ла Октябрь Проспекты өлөшләтә ябыла. Ихаталарҙан сығыу юлы бикләнә. Водителдәргә парковка урынын һәм маршрутты алдан һайларға кәңәш ителә.