1 июндә рәсми һыу инеү миҙгеле асыла. Комиссия ял итеү урындарын тикшерҙе. Ағиҙел һәм Өфөләге 11 пляждың етәүһендә һыу инеү тыйыласаҡ, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан. Был биләмәләрҙә һыу кимәле юғары, ҡомлоҡтар дымлы. Шуға уларҙа һыу инеү ваҡыты кисектерелергә тейеш. Рәсми пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежур итәсәк.