1 июндә уҙған фестивалдә профессиональ спортсылар һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша. Велоуҙыштың оҙонлоғо 10 километр - Ленин исемендәге майҙандан старт ала һәм “Ватан” паркында тамамлана. Сара барышында күңел асыу майҙансыҡтары эшләй, велосипедтар күргәҙмәһе ойошторола. Уҙған йыл спорт байрамында 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.