Хәрби журналистарға ярҙам буласаҡ

Республикала хәрби журналистарға ярҙам тураһында закон проекты  парламент ултырышында беренсе уҡыуҙа хупланды. Унда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең, хәрби журналистика ветерандарының статусы, улар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн социаль гарантиялар билдәләнә. Парламент рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хәбәрселәргә һәм журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Хәрби журналистика ветерандарына шифахана дауалауы ҡараласаҡ. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика хөкүмәте раҫларға тейеш.