Рәсәй президенты Владимир Путин физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса советтың сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Унда видеоконференция режимында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Эшлекле һөйләшеүҙең төп темаһы - адаптив физкультура һәм спортты үҫтереү. Дәүләт етәксеһе билдәләүенсә, был йүнәлеш һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә әүҙем тормош алып барыу, турнир, ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. 2030 йылға тиклем тармаҡты үҫтереүгә бәйле Концепция булдырыу бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ Владимир Путин спорт объекттары инфраструктураһын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлергә саҡырҙы. Махсус хәрби операция ветерандарына спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу ҙа - тармаҡ өсөн мөһим бурыстарҙың береһе. Кадрҙар потенциалын көсәйтеү, адаптив спорт төрҙәре буйынса тренерҙар, инструкторҙар һәм табиптар хеҙмәтен тәьмин итеү ҙә көнүҙәк мәсьәләләр иҫәбендә.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эш алып барыуға ҡулайлаштырылған 5 713 спорт майҙансыҡтары булдырылған. 800-ән ашыу реабилитация үҙәге һәм физкультура-һауыҡтырыу ойошмаларында 46 меңдән ашыу кеше адаптив физик культура һәм спорт менән шөғөлләнә. Даими рәүештә спорт саралары, спартикиадалар һәм инвалидтар спорты декадалары үтә. Төбәктә паралимпия һәм сурдлимпия буйынса 16 дисциплина, шул иҫәптән биатлон, еңел атлетика, фехтование, пауэрлифтинг һәм өҫтәл теннисы ла ышаныслы үҫешә.