Подписывайтесь на Bash.News
Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында «Әбйәлил - үҫеш төбәге» тип исемләнгән йыйын үтте. Форумда «Салауат» ятҡылығында баҡыр мәғдәнен сығарыу буйынса карьер һәм комбинат төҙөүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Әлеге ваҡытта Әбйәлил дотация төбәге булып тора һәм район халҡы Магнитогорск һәм ундағы металлургия комбинатына йөрөп эшләй. Урында йәшәүселәр билдәләүенсә, ауыл хужалығы тармағына ғына таяныу мөмкин түгел, сөнки климат шарттары уңдырышлыҡҡа ыңғай йоғонто яһай тип әйтеп булмай. Эре ауыл хужалығы предприятиелары юҡ, йәш белгестәр ҙә ҡайтырға ашҡынып бармай. Көтөлгән өмөттәрҙе туризм да аҡламай. Шуға күрә яңы инвестор килеүе - райондың киләсәгенә ышаныс уята. Әбйәлилдәрҙең барыһы ла быны яҡшы аңлай, әммә уларҙы райондың экологик именлеге өсөн хафаланыу борсой.
Башлап һүҙ алып барған вағытта беҙ был проекттың районға нимә килтерер, тәбиғәтенә, экология темаһына нисегерәк отражаться итер, бына шул тураһында борсола инек. Лично минең үҙемдең һорауҙарым күп булды, яйлап тбөтә эште күргәндән һуң, төшөндөрә башлағандан һуң яңы эш урындары булараҡ районыбыҙҙың киләсәген, районыбыҙҙың бюджетын тулыландырыу, башҡарылмаған эштәрҙе нисек итеп башҡарып сыға алыуыбыҙҙы төҫмөрләй алдыҡ.
Булат Исламбаев, Әбйәлил район советы секретары
«Әбйәлил - үҫеш төбәге» форумында сығыш яһаусыларҙың барыһы ла буласаҡ инвесторҙың эшен контролдә тотоу кәрәклеген билдәләне. Был йәһәттән күҙәтеү советын булдырырға тәҡдим ителде. Шулай уҡ, төрлө провокцияларға бирешмәҫкә саҡырҙылар. Сараның рәсми өлөшөнән һуң халыҡ алдында Рөстәм Ғиззәтуллин. Рәнис Алтынбаев концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Баймакское событие мимо нашей семьи не прошло, после этих событий задержали моего мужа, в последствии не вижу его 1,5 года уже и до сих пор идут судебные процессы. Поэтому я вышла сказать, чтобы не велись, не совершали наших ошибок. Ете ҡат үлсә лә, бер тапҡыр киҫергә кәрәк. Шуның өсөн йөҙ тапҡыр уйларға кәрәк. Тыңламағыҙ провокаторҙарҙы, тыңламағыҙ диванный эксперттарҙы.
Рәйсә Мерәҫова, шәхси эшҡыуар
Булған беҙҙең әүҙемлегебеҙ, тырышлығыбыҙ, Әбйәлил мөхите менән беҙ шул хәтлем эштәр эшләй алабыҙ. Әйҙәгеҙ бирмәйек беҙҙең әүҙемлекте һәм дә берҙәмлекте боҙорға. Ауыл, район халҡын провокаторҙарҙан айыраҡ. Беҙгә үҫеш кәрәк, беҙгә ынтылыш кәрәк.
Хәлил Рәхмәтуллин, Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы