Өфөлә бишенсе «Альбанов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы эш башланы

Арктиканы өйрәнгән легендар шәхес Валериан Альбанов иҫтәлегенә бағышланған сара тарихи хәтерҙе һаҡлау, ҡотопсо-яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштарын популярлаштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелә. Конференция Валериан Альбановтың барельефына сәскә һалыуҙан башланды. Унда Хөкүмәт вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, Рәсәйҙең төрлө нөктәләренән йыйылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Валериан Альбанов 1882 йылдың 26 майында Өфөлә тыуған. Уның хөрмәтенә дүрт йыл элек баш ҡалала Ҡотопсолар музейы асылғайны. Унда 100-ҙән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин. «Альбанов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй конференцияһы ике көнгә иҫәпләнгән. Форум бер нисә йүнәлештә эш алып бара. Донъяла Арктиканың геосәйәси әһәмиәте үҫкәндән-үҫә, «Альбанов уҡыуҙары»н үткәреү Рәсәйҙең төньяҡ сиктәрен тикшереүгә тағы ла ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән өмөттә ҡала ойоштороусылар.