Өфөлә «Киләсәк быуындарға васыят» китабының исем туйы үтте

«Еңеүсе халыҡтың рух көсө. Өфөлә «Киләсәк быуындарға васыят» китабының исем туйы үтте. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына йыйынтыҡҡа илдең бөтә мөйөштәренән, шул иҫәптән республика халҡынан йыйылған тарихи хикәйәләр, фронттан ебәрелгән хат өлгөләре тупланған. Материалдар бер йыл дауамында йыйылған. Китапты ҡаланың музейҙарында, китапханаларҙа һәм уҡыу йорттарында табырға мөмкин.