Хәйбулла районында «Президент уйындары» Бөтә Рәсәй спорт ярышы үтте

Йыл һайын ойошторолған күләмле бәйгелә 7, 8 һәм 10 класс уҡыусылары ҡатнашты. «Президент уйындары» барлығы 70 малай-ҡыҙҙы берләштерҙе. Ярышта балалар йүгереүҙә, һикереүҙә, күңелле старт уйындарында көс һынашты. Һөҙөмтәлә Аҡъяр һәм Уфимский ауылы командалары еңеү яуланы. «Президент уйындары» Бөтә Рәсәй спорт ярышы Владимир Путин указы буйынса 2010 йылдан ойошторола.

«Президент уйындары» ярышында йыл һайын ҡатнашабыҙ. Беҙҙең команда икенсе яулап Орленок үҙәгендә үткән бәйгелә Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Ярышҡа йыл һайын тырышып әҙерләнәбеҙ. Был уйындар беҙҙе физик яҡтан сыныҡтыра һәм улар бик күңелле үтә.

Вилена Хәтмуллина, Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы