Башҡортостан бюджеты арта: Дәүләт Йыйылышы 2025 йылға яңы сығымдар һәм социаль үҙгәрештәрҙе раҫланы

Башҡортостан бюджетының 2025 йылдағы сығым өлөшө арта, яҡынса 6 миллиард һумға. Был туралағы ҡануни документ бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 23-сө пленар ултырышында ҡаралды. Парламент депутаттары шулай уҡ хәрби хәбәрсе статусын булдырыу, түләүле парковкалар, етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы социаль яҡлау буйынса закон проекттарын ҡараны. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп ҡануни үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында ҡаралған төп ҡануни документтарҙың береһе, 2025 йылдағы бюджеттың сығым, килем һәм дефицит өлөшөнә ҡағыла. Ҡаҙнаны тулыландырыу 100 миллион һумға артып 337 миллиард 600 миллион һумға еткән, сығымдар яҡынса 6 миллиард һумға өҫтәлә. Әммә депуттатар билдәләүенсә, социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән өҙөклөктәр булмаясаҡ.

Тағы ла бер закон проекты түләүле парковкалар буйынса, әлеге ваҡытта Өфөнөң 9 урамында 1 мең 200-гә яҡын автомобиль ҡуйыу урыны булдырыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта түләүле парковкалар Рәсәйҙең 38 ҙур ҡалаһында асылған.

Парламент депутаттары тарафынан ҡаралған тағы ла бер закон проекты махсус хәрби операция зонаһында эшләп ҡайтҡан журналистар буйынса. Республика депутаттары хәрби хәбәрсе статусын ҡануни яҡтан нығытыу тәҡдиме менән сыҡты. Беренсе уҡыуҙа ҡаралған закон проектына ярашлы алғы һыҙыҡҡа 60 көндән күберәк ваҡытҡа ебәрелгән 11 киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре иҫәбенә Башҡортостан бюджетынан сығымдар бүлергә тәҡдим ителә. Ярҙам саралары тәртибен Республика Хөкүмәте билдәләй.

Шулай уҡ сит ил агенты тип танылған кешеләрҙең Рәсәйҙә мәғлүмәти пропаганда алып барыу ммөкимнлеге сикләнә. Хәҙер уларҙың материалдарын таратҡан өсөн яуаплыллыҡ көсйәтелә.

Ултырышта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға дәүләт яҡлауы тураһында ла һүҙ барҙы. Закон проекты был категорияға ҡарағандарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеүҙе, социаль түләүҙәр тәғәйенләүҙе күҙ уңында тота. Уларға эшһеҙлек буйынса пособие максималь күләмдә һәм алты айға билдәләнә.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө пленар ултырышында 40-тан ашыу ҡануни документ тикшерелде. Шулай уҡ парламент депутаттары 2024 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Хөкүмәте отчетын тыңланы. Бюджет тураһындағы закон проектын ҡараны.

Рәмзиә Кәримова