Балалар һәм үҫмерҙәр - мәрхәмәтлек өсөн. Өфөлә футбол һәм мини-футбол буйынса асыҡ ҡала Хәйриә турниры уҙҙы. Саранан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы техника менән тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк. Илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән йәш быуындың спорттағы ҡаҙаныштары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Ҙур футбол майҙанында бер юлы дүрт уйын бара. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған командалар йәш категорияһына ҡарап, етеҙлеккә, сыҙамлыҡҡа ярыша. Тупты ҡапҡаға индереү, тәүге күләмле турнир һәм еңеүҙәр - спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы ата-әсәләр ҙә ҡеүәтләне. Беренсе урын яулаған үҫмерҙәр миҙалдар һәм Кубок алып ҡыуанды.
Футбол буйынса асыҡ ҡала турниры Хәйриә сараһы булараҡ өсөнсөгә үтә. Майҙанға ҡырҡ команда, барлығы ярты меңдән ашыу уйынсы сыҡты. Егеттәр-ҡыҙҙар изге эштә ҡатнашыуын да яҡшы аңлай, йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға йүнәлтелә. Яугирҙар техника менән тәьмин ителәсәк.
Өфөнөң 10-cы спорт мәктәбе ойошторған турнирҙы уҙғарыуға район, баш ҡала хакимиәте, Хәрби бәрелештәр ветерандары советы ла ярҙам иткән. Әйткәндәй, мәғариф учреждениеһы коллективы алғы һыҙыҡтағыларға мобиль мунса ебәрергә лә йыйына. Уны тренерҙар, уҡытыусылар буш ваҡытта үҙҙәре эшләй. Гуманитар ярҙам яҡын арала яугирҙарға оҙатылырға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина