Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиков менән осрашты. Әңгәмәлә ойошманың өс ай эсендәге эшлекле һөҙөмтәләре барланды.
Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы хәрбиҙәргә тыныс тормошта һөнәр үҙләштереүҙә, социаль адаптация һәм реаблитация үтергә ярҙам итә. Ветеран таныҡлығын юллау йүнәлешендә даими ярҙам күрһәтелә. Өс ай эсендә ойошма ҡатнашлығында 300 яугир ветеран таныҡлығын алған. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе филиалдары менән тығыҙ бәйлнештә эш алып бара.