Башҡортостан менән Рәсәй китап союзы араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин ҡатнашлығында ойошторолған ултырышта республика китапханаларына ярҙам сараларын арттырыу , китап нәшриәте өлкәһендә закондарҙы камиллаштырыу һорауҙары күтәрелде . Осрашыуҙа «Китап байрамдың» әһәмиәте юғары баһаланды.

Башҡортостан иң күп китап уҡыған алдынғы төбәк. Былтыр республика «Рәсәйҙең әҙәби флагманы-2024» статусына эйә булды. Төбәктә китаптар аша балаларҙы тәрбиәләү, белем таратыуға, илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә төплө иғтибар бүленә.