Подписывайтесь на Bash.News
Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы күҙәтеү советының беренсе ултырышы үтте. Ул Федераль лицензия талаптарына ярашлы Салауат баҡыр ятҡылығы биләмәһендә планлаштырған геологоразведка эштәрен контролгә алды. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса күҙәтеү советы ҡараған ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Күҙәтеү советына абруйлы ғалимдар, тау сәнәғәте белгестәре, геологтар һәм райондың әүҙем йәмәғәтселәре ингән. Улар алдында торған төп бурыс - тау-байыҡтырыу комбинаты һәм йәмәғәтселек араһында эште координациялау, проект барышы тураһында халыҡҡа тулы мәғлүмәт еткереү, асыҡлыҡ һәм тотороҡлолоҡ менән тәьмин итеү.
Тәбиғәтән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы күҙәтеү комиссияһы ағзалары тәүге ултырышта уҡ әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Тәжрибәле белгестәр ярҙамы менән күҙәтеү комиссияһы «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙа обьектив һәм ғәҙел баһа биреүсе звено буласаҡ.
Данил Шәрәфетдинов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Кәңәшмәлә экологияны, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау, эсәр һыу таҙалығына бәйле мәсьәләләр ентекле тикшерелде.
Беҙҙе иң беренсе сиратта һыу мәсьәләһе борсой. 10-15 быуын вәкилдәре күлдәр, йылғалар буйында мал көтә, хужалыҡ итә. Ғүмер буйы өйрәнгән эштәрен башҡара. Ә баҡыр сығарыусылар килеп бында эсәр һыуҙы бысратһа, үҙебеҙҙең быуаттар буйына дауам иткән ғәҙәти тормошто дауам итә алырбыҙмы?
Зәлиә Боброва Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ҡарамағындағы күҙәтеү советы ағзаһы, техник фәндәр кандидаты
Йүнселдәр карьер эшкәртелгәндән һуң ҡалған материалды төҙөлөштә ҡулланыу , ә район фермерҙары асыласаҡ комбинат ашханаһын йылҡы ите менән тәьмин итеү тәҡдимен индерҙе.
Ауыл хужалығында эшҡыуар-экспертымын, комбинат асылғас, мең ярым кешене туҡландырыу, йәшәтеү мәсьәләһе лә көнүҙәк буласаҡ. Беҙҙең районда эшҡыуарҙар күп, кемдер төҙөлөш тауарҙарын тәҡдим итә, икенселәр аҙыҡ-түлек тәҡдим итә. Буласаҡ гуптың ашханаһына беҙ халыҡтан йыйып йылҡы итен тапшырырға ниәтләйбеҙ. Ауыл хужалығында эшҡыуарлыҡ үҫешәсәк.
Айтуған Фәттәхов, Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ҡарамағындағы күҙәтеү советы ағзаһы, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе
Ултырыш йомғаҡтары буйынса түбәндәге ҡарарҙар ҡабул ителде. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мәғлүмәти асыҡлыҡты тәьмин итергә, күҙәтеү советы эшмәкәрлегенә һәр яҡлап булышлыҡ итергә тейеш. Компания советҡа Әбйәлил районы биләмәһендә геологоразведка эштәрен үткәреү графигын тапшырырға тейеш.»Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күҙәтеү советы ағзаларының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау нормаларын үтәүҙе күҙәтеү һәм эш урындарын рекультивациялау өсөн геологик разведка саралары үтәсәк территорияға барыу графигын тәҡдим итәсәк.
Эш артабан барыррға тейш плпнлы рәүештә.Кварталға бер йыйылыш үткәрһәк, төрлө тармаҡ белгестәре: ер, зкологик , геологик, урман котроле буйынса эксперттарыбыҙ бар. Улар һәр кем үҙ йөнәлешендә тәҡдимдәрен индереп, был проектты артабан күҙәткәндә эштәребеҙ алға барасаҡ. Етәксеһе Таһир Бәхтигәрәевҡа геологоразведдка эштәрен башҡарыу проектын халыҡ өсөн асыҡ чаттарҙа күрһәтелһен, нидәй өлкәләләрҙән торғаны, нимәгә йүнәлгәне аңлайышлы булһын өсөн.
Рәсих Хәмитов, Башҡортостан башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм йәмәғәт башланғысында экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев райондың социаль объекттарына 70 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлтеләсәк тип белдерҙе.
Беҙ балалар өсөн «Ғилем» олипиадаһын үткәрҙек, ағастар ултырттыҡ, Ҡыҙыл йылғаһы ярҙарын таҙарттыҡ. Буранбай ауылындағы мәктәп интернатына ремонт үткәрәсәкбеҙ, унда йыһаздар, заманса техника аласаҡбыҙ. «Ирәндек» спорт лагерына мең квадрат метрлыҡ спорт майҙансығы төҙөйбөҙ.
Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе
Ултырыш ҡуйған маҡсатына иреште. Был район һәм республика өсөн мөһим проект. Баҡыр запастары булыуы раҫланыу менән, инвестор йәмәғәт тыңлауҙарын һәм экологик экспертиза үткәререргә бурыслы, тигән йомғаҡ яһаны күҙәтеү советы. Осрашыуҙа ҡатнашҡан ғалимдар бөтәһен дә асыҡ аңлатты. Экологик һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында ҡарарҙар ҡабул иткәндә халыҡ мәнфәғәте күҙ уңында тотоласаҡ.