Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһына старт бирелде

Өфөлә «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһына старт бирелде. Проект водитель-балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Бәлиғ булмағандарҙың рулгә ултырыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. Йыл башынан ғына уларҙың ғәйебе буйынса ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Әммә үҫмерҙәр мототранспорт һәм автомобиль менән идара итеүен дауам итә.

Бәлиғ булмағандарҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең етерлек кимәлдә хәбәрҙар булмауы мөһим проблема булып тора, тиелде Дәүләт автоинспекцияһы ойошторған матбуғат конференцияһында. Мәсьәләне хәл итеү һәм граждандарға мәғлүмәт еткереү эшен көсәйтеү маҡсатында социаль кампанияға старт бирелде. Киң мәғлүмәт саралары менән осрашыу барышында хоҡуҡ боҙоу тураһында хәбәр итеү өсөн чат-бот барлығын да иҫкә төшөрҙөләр.

2024 йылда юл-транспорт ваҡиғаларында 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Уларҙың 4-һе рулдә булған. Социаль кампания барышында осрашыуҙарҙы төрлө кимәлдәрҙә ойошторабыҙ. Әлбиттә, ата-әсәләргә лә үҙ балалары менән һөйләшеүҙәр үткәреүҙәрен һорайбыҙ. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: юл хаталарҙы ғәфү итмәй..

Владимир Севастьянов, Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе