Халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәй төбәктәренән һәм башҡа дәүләттәрҙән нәшриәттәр ҡатнаша. Бөгөн саралар Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияға арнала. Яҙыусылар йортоноң яңыртылған бинаһы һәм “Өфө йүкәләре” скверын асыу тантанаһы уҙа. Республика милли музейында “Илем яҙмышында һуғыш” исемле күргәҙмә тәҡдим ителә. Шулай уҡ тематик концерт һәм спектаклдәр ҡаралған. Саралар иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт 10-ға тиклем бара.