Фестивалдә Рәсәй төбәктәре, Беларусь, Ҡаҙағстан, Иран һәм Ҡырғыҙстандан нәшриәттәр үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итә. Илдең билдәле актерҙары һәм сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре әҫәрҙәр уҡый, Рәсәйҙең халыҡ артистары Александра Захарова һәм Илзе Лиепа ҡатнашлығында “Династия” спектакле күрһәтелә. Байрамда бөгөн “Юлдаш” радиоһы коллективы ла сығыш яһай. Был тамашаны 15 сәғәттә ҡарарға мөмкин.