Улар бөтә Совет майҙаны буйлап урынлаштырылған. Акцияны Милли китапхана үткәрә - һыуытҡыстар сағыу төҫтәргә буялған, улар витрина итеп ҡулланыла, китаптар менән тулылана. Теләгән һәр кем үҙенә оҡшаған китапты бушлай ала. Китапханасылар китап йәрминкәһе эшләгән өс көн дауамында һыуытҡыстарҙы әҙәбиәт менән тултырып барасаҡ. Халыҡ-ара йәрминкәлә Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан һәм төбәктәренән 270-тән ашыу нәшриәт китаптарын тәҡдим итә. Әҙәбиәт һөйөүселәр Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан әҙәбиәте менән дә таныша ала. Байрамда тәүге тапҡыр Иран нәшриәте ҡатнаша.