“Китап-байрам” йәрминкәһенә килеүселәр Өфө буйлап экскурсияға юллана ала

Бында Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре менән таныштыралар. «Өфө — балалар туризмы баш ҡалаһы» тигән фотозона эшләй.«Урал батыр» эпосының геройы Һомай бөтәһен дә «Өфө — Аксаковтың тыуған ере» тигән бушлай иммерсив экскурсияларға саҡыра. Улар көн һайын 1 июнгә тиклем 11:00, 13:00,15:00 сәғәттәрҙә үтәсәк. Оҙайлығы 40 минут, ә һуңынан Аксаков музейына барырға мөмкин. Проект Өфө Хакимиәте башлығы гранты ярҙамында «Инватур» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан тормошҡа ашырыла.