«Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе ҡунаҡтарына Өфөлә булдырылған яңы ижтимағи-ағартыу киңлеге эшмәкәрлеге тәҡдим ителде. Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы базаһында ойошторолған майҙансыҡ «Белем», Хәрби-тарихи, тарихи һәм Рус география йәмғиәте кеүек дүрт ойошманы үҙ эсенә алған. Улар төрлө йүнәлештәрҙә махсуслашҡан, әммә барыһы ла мәғрифәтселек өлкәһендә эш алып бара. Әйткәндәй, баш ҡалалағы ижтимағи-ағартыу киңлеге Рәсәй кимәлендә берҙән-бер майҙансыҡ һәм ул илдең башҡа төбәктәренә лә өлгө булып тора.