Өфөлә «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең икенсе көнө тамамланды. Бөгөн дә форум фәһемле һәм иҫтәлекле осрашыуҙарға, эшлекле сараларға бай булды. Совет майҙанында ҡоролған сатырҙарҙа әҙәби уҡыуҙар үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Әҙәбиәт һөйөүселәр яратҡан авторҙары менән күрешеп кенә ҡалмай, автограф менән китап алып та һөйөндө. Халыҡ-ара йәрминкә тап ошо маҡсатта тормошҡа ашырыла ла инде. Күренекле шағирә Зөлфиә Ханнанова мәҫәлән, күрше республика нәшриәтендә донъя күргән үҙенең яңы шиғырҙар йыйынтығы менән таныштырҙы.
Форум китап уҡыусыларына үҙенсәлекле күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеген дә бирҙе. Улар араһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы ойошторған экспозиция айырым урын биләй. Классик башҡорт әҙиптәренең заманында яҙып ҡалдырған автографлы баҫмалары кемде генә йәлеп итмәне.
Әлбиттә, энциклопедиялар ҙа китап уҡыусылары араһында ҙур һорау менән файҙалана. Ҡырғыҙстандан килгән делегация мәҫәлән, быйыл нәшер ителгән Мостай Кәрим энциклопедияһын һайлаған. Сөнки, унда ике халыҡтың билдәле яҙыусылары хаҡында бай материал тупланған.
Йәрминкә төрлө осрашыуҙарҙан тыш, оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар ҙа тәҡдим итте. Сәхнәлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй тамашасыларға ҡыҙыҡлы спектаклдәр тәҡдим итте.
Майҙанда ваҡытлы матбуғат яҙылыу кампанияһы ла ойошторолдо. Гәҙит-журнал уҡыусылар республика баҫмаларына яҙылды, иғтибарҙан һөҙөмтәле эшләгән китапханасылар ҙа ситтә ҡалманы.
Форум иртәгә лә дауам итә. Өсөнсө көн дә ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға, тәьҫораттарға бай булыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин