Иглиндә йәшәүсе Шафиҡовтар ғаиләһе көнкүреш ҡалдыҡтарынан ҡотолоу ысулын тәҡдим итә

Улар был кәсептән килем дә ала. Шафиҡовтар бизнес йүнәлешен һайлағанда ҡаты-ҡалдыҡтарға икенсе ғүмер биреү һәм эшкәртеү мөмкинлеген аңлай. Европа эшҡыуарҙары тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был өлкәләге бизнес иң табышлыларҙың береһе.

Шафиҡовтар аҙна һайын тонна ярымға тиклем пенопласт, шундай уҡ күләмдә ҡатырға эшкәртә. Ҡалдыҡтар халыҡтан да, ойошмаларҙан да ҡабул ителә, пресслағандан һуң артабан эшкәртеүгә ебәреләә. Шафиҡовтар өлгөһөндә хатта бәләкәй генә ауылда ла табышлы эшҡыуарлыҡты аяҡ аҫтында ятҡан тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарынан төҙөргә мөмкин.

«Статистика Буйынса, Рәсәйҙә тупланған өс миллиард тонна сүп - сарҙың бер проценты ғына эшкәртелә, әммә асылда уның туҡһан биш проценты эшкәртелергә тейеш. Йәғни ҡағыҙ , быяла , пластик, полиэтилен, пенопласт кеүек ҡалдыҡтарҙың барыһына ла икенсе ғүмер бирергә була. Уларҙы эшкәртеү менән эшҡыуарҙарыбыҙ шөғөлләнә.

Венера Нуриәхмәтова, Иглин районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса урынбаҫары