Илнар Байбулов Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы атаһы хөрмәтенә Өфөлә хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Тамаша «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә үтте. Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһының Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырған программаһында ижади коллективтар ҙа ҡатнашты. Илнар Байбулов сараны ижад аша атаһына һәм башҡа һалдаттарға ярҙам итеү, хәрби һәм әхлаҡи рухтарын күтәреү маҡсатында ойошторған. Һәм бындай хәйриә концертын киләсәктә лә уҙғарырына ышана.