Республика башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, ул йыл һайын 8 июндә билдәләнәсәк. Хөкүмәт тарафынан байрамға әҙерлек һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланырға тейеш. Район-ҡала хакимиәттәренә эпосты популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарыу тәҡдим ителә. Башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы һәм рухи терәге булған әҙәби ҡомартҡының тәрбиәүи көсө лә баһалап бөткөһөҙ.