Башҡортостанда тәүлек эсендә алты тәбиғәт янғыны булған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрйән районында урманда ут сыҡҡан. Шулай уҡ Благовещен һәм Кушнаренко райондарында ҡоро үлән янып китеү осраҡтары теркәлгән. Республикала быйыл 25 гектарҙан ашыу урманға зыян килгән, 1 мең 200 гектар майҙанда үлән янған.