Башҡортостанда иң яҡшы ашнаҡсыны асыҡлайҙар

Июнь аҙағында һөнәри оҫталыҡ конкурсының республика этабы уҙғарыла. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, был конкурс ашнаҡсыларға оҫталығын күрһәтеү мөмкинлеген бирә, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып тора. Еңеүсе  август айында Башҡортостан исеменән федераль конкурс финалында ҡатнаша.