Быйыл Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башлана

Быйыл Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башлана, эш яҡынса ике йылға иҫәпләнгән. 30 июндән алып майҙанға инеү сикләнә. Был турала бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылғайны. Ултырышта күтәрелгән ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында ентрекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Тарихи мәл, шул уҡ ваҡытта ҙур эш алдында торабыҙ,»- тине республика башлығы Радий Хәбиров. Тиҙҙән федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты - Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау башлана. Һуңғы ике йылда скульптураның техник торошо буйынса тикшеренеү эштәре алып барылды, эксперт учреждениелар йәлеп ителеп, һәйкәлде тергеҙеү буйынса саралар планы билдәләнде. Был яуаплы бурысты үтәүҙә Рәсәй художестволар академияһы белгестәре консультатив ярҙам күрһәтәсәк.

Скульптура һүтеп алынып, Өфө биләмәһендәге махсуслаштырылған цехта реставрация этабын үтәсәк. Постамент, ҡурғанды ла нығытыу талап ителә. Эш барышында Салауат Юлаев майҙанына инеү сикләнә, шуға күрә 30 июнгә тиклем биләмә ҡойма менән тулыһынса уратып алынасаҡ.

Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары

Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһына әҙерлек эштәре 2025 йылдың октябренә тиклем дауам итәсәк, унан һуң яҡынса ике йыл дауамында скульптураны тергеҙеү буйынса саралар күреләсәк. Майҙан биләмәһен төҙөкләндереү һәм фонтан реконструкцияһы ла планлаштырылған.

Киләһе ике йылда мәғариф өлкәһендә лә күләмле проекттар тормошҡа ашырыласаҡ. Оператив кәңәшмә барышында Өфөнөң Нуғай ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә старт бирелде. Биләмәлә яңы мәктәпкәсә учреждениеға ихтыяж юғары, төҙөүселәргә объектты ваҡытында сафҡа индереү бурысы ҡуйылды.

Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһы старт алды, балалар ялын ойоштороуҙың барлыҡ формаларын да иҫәпкә алғанда, ярты миллиондан ашыу бала ял итәсәк. Район-ҡалаларҙа 1899 лагерь эшләй, профилле һәм тематик сменалар булдырылған. Республика башлығы Радий Хәбиров хәүефһеҙлек һәм санитар-эпидемиологик талаптар мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлергә ҡушты. Шулай уҡ Хөкүмәттә йәйге һауыҡтырыу учреждениеларын яңыртыу буйынса айырым төбәк программаһы булдырыу мөмкинлеге ҡараласаҡ.

Балаларға йәйге каникул бүләге - был аҙнала Башҡортостанда икенсе тапҡыр «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестивале үтә. Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк сарала тармаҡты үҫтереү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. Оператив кәңәшмә барышында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһенә лә йомғаҡ яһалды. Өс көн эсендә сатырҙар аша 184 меңдән ашыу кеше үткән.

6 июндә Ҡорбан Ғәйете билдәләнә. Республикала ҡорбан салыу буйынса 60 махсус урын эшләйәсәк, уларҙың икәүһе Өфөлә. Муниципалитеттар етәкселегенә был эште контролгә алыу бурысы ҡуйылды.

Оператив кәңәшмәлә «Йәшел Башҡортостан», «Хәтер баҡсаһы» акцияларына ла йомғаҡ яһалды. Экологик өмәләргә айырым иғтибар йүнәлтелде. Район-ҡалаларҙағы тәртип һәм таҙалыҡ күҙәтеүгә алынды, төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса июндең икенсе яртыһынан Контроль идаралыҡ муниципалитеттар буйлап йөрөйәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина