Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугиры Артем Баймөхәмәтовты генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ үҙ сығышында Ватанға хеҙмәт итеп, ил мәнфәғәттәрен яҡлау оло яуаплылыҡ булыуын билдәләне. «Еңеүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма шатмын»,- тине ул. Тантаналы сарала Артемдың ата-әсәһенә лә ихтирам күрһәтелде.