«Гранит» ҡушаматлы офицер Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде

Курск йүнәлешендә дәүләт сиген һаҡлаусы ғәскәрҙәр төркөмө командующийы Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

«Гранит» ҡушаматлы кадр офицеры бер йыл дауамында «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы ҡараған 67-се мотоуҡсылар дивизияһына етәкселек итә. Рәсәй Ҡоро ер ғәскәрҙәренең тәүге исемле тактик формированиеһы ике йыл элек ойошторола. Был башланғыс менән тәүге булып республиканың хәрби хәрәкәттәр ветерандары сығыш яһай. Ирекле хәрби подразделениелар булдырыу буйынса тәҡдим Радий Хәбиров тарафынан да хуплау таба.

Мотоуҡсылар полкы республиканың ғорурлығы булып тора. Яугирҙарыбыҙ хәрби әҙерлекте Һамар өлкәһендә үтә, ә 2023 йылдың сентябренән улар махсус хәрби операция биләмәһендә. Дошманды тар-мар итеүҙә хәрбиҙәр юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй.