Иглин ауылында машинаға тапалған алты йәшлек ҡыҙҙың ғаиләһенә ярҙам талап ителә. Бала әле әсәһе менән Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһында. Ҡыҙының бәләгә тарығанын ишеткән атаһы юлда аварияға осраған. Ул да ауыр хәлдә биш йәшлек ҡыҙҙары менән реанимацияға эләккән.
Балаларҙы яҡлау көнөндә Замановтар ғаиләһенә көтмәгәндә бәлә килә. Иглин ауылының Красноярск урамында уйнап йөрөгән алты йәшлек ҡыҙҙы йөк автомобиле тапап үтә. Ваҡиға ҡаршы йорттағы видеокүҙәтеү приборына эләгә. Бала әле Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһында. Реанимациянан дөйөм палатаға сығарылған.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй. Ҡыҙы тураһында хәбәрҙе ишеткән атаһы Силәбе өлкәһендәге Аша ҡалаһынан биш йәшлек ҡыҙҙары менән ҡайтыр юлға сыға. М-5 трассаһының 1568 -се саҡырымында ҡаршы һыҙатҡа сығып үҙе Камазға бәрелә.
Әле ул Аша ҡалаһы дауаханаһында реанимацияла, биш йәшлек ҡыҙҙары 17-се ҡала клиник дауаханаһына килтерелгән. Йөрәк аҫтында тағы бер сабыйҙарын йөрөткән әсәгә дауаханала психотерапевтар ярҙамы күрһәтелә.
Венера Юриковна балалар баҡсаһында эшләй. Ғаилә аварияла емерелгән «Лада Гранта» автомобилен автокредитҡа алған. Замановтарҙың ауыр хәленә битараф булмаусылар аҡса йыя башлаған.
Баланы тапаған йөк автомобиле күрше йортҡа килгән булған. 27 йәшлек водитель сабыйҙы тапағанға тиклем ҡуҙғалғандан һуң урам буйлап егерме метр тирәһе генә юл үткән. Замановтарға финанс ярҙам күрһәтергә теләүселәр Анастасия Юрьевнаның телефон номеры буйынса аҡса күсерә ала. Карта бәйләнгән.
Хәйриә өсөн: 89173642982 Анастасия Юрьевна Т.
Рәмилә Исмәғилева