Башҡортостанда МХО ветерандарын реабилитациялау эше комплекслы булырға тейеш

Был турала Радий Хәбиров ирекмәндәр менән осрашыу барышында белдерҙе. - Ауыр яра алғандарҙы техник реабилитация саралары менән тәьмин итергә  кәрәк. Барыһына ла  психологик ярҙам талап ителә. "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы менән ошо эште алып барабыҙ. "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында хәрбиҙәрҙе реабилитациялау өсөн корпус билдәләнде. Ҙур эштәр ҡаралған, был бурыстарҙы атҡарып сығасаҡбыҙ, - тине Республика Башлығы.