Республикала иң тәмле бешергән ашнаҡсы һайлана

28 июндә һөнәри оҫталыҡ конкурсының Башҡортостан этабы башлана. “Беҙ һәләтле белгестәрҙе хуплайбыҙ, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге сифат стандарттарын яҡшыртабыҙ.”, - тип белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров. Ашнаҡсылар ярышы һөнәрҙең абруйын арттырыу, кадрҙарға үҫеш мөмкинлеге биреү маҡсатында уҙғарыла. Республика этабында еңеү яулағандарға аҡсалата бүләк ҡарала. Тәүге урын алған ашнаҡсы федераль конкурста Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғын ала. Унда еңеүсегә 1 миллион һум аҡса бирелә.